+10 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь , 09:38

Республикала һауа +17 градусҡа тиклем йылынасаҡ

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ҡоро һәм йылы көн торошо көтөлә.

Республикала һауа +17 градусҡа тиклем йылынасаҡ

Башгидрометүҙәк синоптиктары күҙаллауынса, 14 һәм 15 октябрҙә төбәктең ҡайһы бер райондарында һауа +17 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Төндә иһә температура -3...-5 градусҡа тиклем төшөүе ихтимал.

Ялдарға ҡарай, 16-17 октябрҙә атмосфера баҫымы төшөү менән төбәктә яуым-төшөм ихтималлығы артасаҡ. Һауа температураһы түбәнәйәсәк.

Автор:Айбулат Ишназаров