+10 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь , 13:23

Моңло йәштәр, шулаймы?

«Йәнде дауалаусы тауыш!» – ти Сәғиҙулла Байегет.

Моңло йәштәр, шулаймы?

Билдәле йырсы йәштәрҙең никахында төшөрөлгән видеояҙма менән социаль селтәрҙә уртаҡлашҡан. 

«Ике йәш йөрәктең, бер-береһенә ҡарата булған һөйөүенән тыуған илаһи моңға хайран ҡалдым. Инде нисәнсе көн был яҙманы ҡат-ҡат тыңлап, ләззәт кисерәм. Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе бер ваҡытта ла айырмаһын, бәхет шатлыҡтарға ғына төрөнөп йәшәргә насип итһен!» – тип яҙған йырсы.

Автор:Инсаф Хужабирганов