+10 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь , 14:23

Кисәге Өфөнө күргегеҙ килһә...

Республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда картиналар күргәҙмәһе эшләй.

Кисәге Өфөнө күргегеҙ килһә...

Экспозиция "Кисәге Өфө" тип атала. Уны парламенттың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты "Яратҡан рәссамдарыбыҙ" проекты буйынса ойошторған. Әйткәндәй, был проектта 1700 ижад кешеһе - рәссамдар, фотографтар, сукльпторҙар, декоратив сәнғәт оҫталары ҡатнаша.

Әлеге күргәҙмәгә "иҫке" Өфөнө һүрәтләгән әҫәрҙәр ҡуйылған.

Шулай, Ҡоролтайҙа закондар ғына сыҡмай ул, унда матурлыҡҡа, ижадҡа һоҡланырға ла мөмкинлек бирелә.

Фото: БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай сайтынан.

Кисәге Өфөнө күргегеҙ килһә...
Автор:Алһыу Ишемғолова