+10 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Октябрь , 11:49

Бөгөн - Бөтә донъя күреү һәләте көнө

Кешеләрҙең биш һиҙеү ағзаһы бар. Шуларҙың иң мәғлүмәтлеһе - күҙҙәр. Йәғни, тикшеренеүҙәргә ярашлы, беҙ мәғлүмәттәрҙең 90 процентын күҙ аша алабыҙ.

Бөгөн - Бөтә донъя күреү һәләте көнө

Бөтә донъя күреү һәләте көнө 1998 йылдан октябрҙең икенсе кесе йомаһында билдәләнә. Маҡсаты - күҙҙәрҙе һаҡлауға иғтибар йүнәлтеү, күҙ сирҙәренән иҫкәртеү. Ошо көн уңайынан Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы махсус программаны ла ғәмәлгә ашыра. 

Һандар һәм факттар

Рәсәйҙә 140 мең самаһы һуҡыр йә күҙҙәре бик насар күргән кеше йәшәй.

Күҙ сирҙәренән беҙҙә глаукома таралған. Ундай диагнозлылар айырыуса Урал федераль округында байтаҡ икән.

Кешенең күҙе 8 грамм ауырлыҡта.

Ғалимдар иҫбатлауынса, зәңгәр күҙле кешеләргә ҡартлыҡта һуҡырайыу хәүефе ҙурыраҡ.

Ябай кеше төҫтөң бер нисә мең сағылышын күрә, ә рәссамдар - миллион самаһы.

 

Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ, йәмәғәт!

Фото: vk.com

Бөгөн - Бөтә донъя күреү һәләте көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова