+10 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь , 12:00

Миловка ауылы халҡын ҡотлайбыҙ!

Ниңә тиегеҙме? Бында балалар баҡсаһы асылды!

Миловка ауылы халҡын ҡотлайбыҙ!

Өфө районының Миловка ауылында эшләй башлаған «Өкөкәй» балалар баҡсаһы «Демография» милли проекты буйынса төҙөлгән. Дөйөм майҙаны дүрт мең квадрат метрҙан ашҡан бинала музыка һәм спорт залдары, методик, логопед кабинеттары, изостудия, медицина блогы, кер йыуыу урыны бар. Бында шулай уҡ сеймалдан эшләүсе аҙыҡ әҙерләү блогы ҡоролған. Бина мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ҡулайлашҡан: пандустар һәм пассажир лифты бар.

Балалар баҡсаһы биләмәһендә күләгә япмалары ҡуйылған, заманса бәләкәй архитектура формалы һәм заманса резина япмалы төркөм майҙансыҡтары бар.

Автор:Айбулат Ишназаров