+10 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь , 14:47

Коронавирус инфекцияһы буйынса статистика

Тәүлек эсендә коронавирус менән зарарланыусылар һаны 662 кешегә артҡан. Пандемия башланғандан алып ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбе 74 174 кешегә еткән.

Коронавирус инфекцияһы буйынса статистика

Әлеге ваҡытта 1 087 кеше дауаханала медицина ярҙамы ала. 

Шуларҙың 51-е– ауыр хәлдә, 22 пациент үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған.

6 904 кеше өйҙә дауаланыу курсы үтә.

Тәүлек эсендә 721 кеше һауығып, дауахананан сыҡҡан.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус тағы 35 кешенең ғүмерен өҙгән.

Пандемия башланғандан алып республикала 1 982 үлем осрағы теркәлгән.

Дауахананан тыш пневмония менән тәүлек эсендә 305 кешенең ауырыуы асыҡланған, 248 кеше һауыҡҡан.

Башҡортостанға ковидҡа ҡаршы бөтәһе  1 891 848 доза вакцина алынған.

Вакцинаның беренсе компоненты менән 1 354 619 кеше прививкаланған, 1 228 785 кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән.  

Тәүлек эсендә бөтәһе 9 460 кеше вакцина эшләткән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова