+10 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь , 10:45

Коронавирусҡа ҡаршы мотлаҡ вакцина яһатырға тейешле граждандар исемлеге билдәле булды

Республиканың баш санитар табибы ҡарарына ярашлы, түбәндәге категория граждандары COVID-19-ҙан мотлаҡ вакцина яһатырға бурыслы. Сайтта яҙҙыҡ

Коронавирусҡа ҡаршы мотлаҡ вакцина яһатырға тейешле граждандар исемлеге билдәле булды

 

 — 60 йәштәгеләр һәм унан өлкәндәр;

 

— Медицина, фармацевтика һәм санатор-һауыҡтырыу ойошмалары хеҙмәткәрҙәре;  

 

— Белем биреү ойошмалары, шул иҫәптән өҫтәмә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре;

 

— Халыҡты социаль яҡлау һәм социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары, Күп функциялы үҙәктәр хеҙмәткәрҙәре;  

 

— Социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларында йәшәүселәр;

 

— Транспорт һәм транспорт инфраструктураһы ойошмалары хеҙмәткәрҙәре;

 

— Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, дәүләт сиге аша үткәреү пунктында дәүләт контроль органында эшләүселәр, енәйәт-яза башҡарыу системаһы учреждениелары хеҙмәткәрҙәре;

 

  — Вахта ысулы менән эшләүселәр, волонтерҙар;

 

  — Хәрби хеҙмәт башҡарыусы һәм хәрби хеҙмәткә алыныусылар;

 

— Хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүселәр:

сауҙа, матурлыҡ салоны, бөҙрәхана, косметика, СПА, массаж салоны, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, фитнес-клубы, бассейн,

көнкүреш хеҙмәттәре, шул иҫәптән кер йыуыу, химик таҙартыу, ателье кеүек хеҙмәттәр;

йәмәғәт туҡланыуы,  

Финанс ойошмаларҙың клиент бүлексәләре;

Почта һәм башҡа элемтә хеҙмәте күрһәтеүсе ойошмалар;  

Пенсия, социаль һәм медицина страховкалауы, мәшғүллек үҙәге;

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм энергетика;  

Мәҙәни, күргәҙмә, мәғрифәт саралары, шул иҫәптән музейҙар, театрҙар, кинотеатрҙар, концерт һәм күргәҙмә залдары, китапханалар, лекциялар, тренингылар;

Ял итеү, күңел асыу, тамаша саралары (шул иҫәптән уйын саралары, оҫталыҡ дәрестәре, цирктар, зоопарктар, аквапарктар);

Балаларҙың уйын бүлмәләре, балалар күңел асыу үҙәктәре, балаларҙың көндөҙгө лaгepҙары;  

Балиғ булмаған балаларҙы ял иттереү һәм һауыҡтырыу хеҙмәте;  

Күмәк кеше ҡатнашлығында, физкультура, спорт сараларын үткәреү

Юридик, типография хеҙмәте;

Ҡунаҡхана, туризм хеҙмәте;

Мәғлүмәт хеҙмәте;

Аптека һәм ветеринар ойошма хеҙмәттәре

Клининг компаниялары, дезинфекция, дезинсекция, дератизация үткәреү, ерләү хеҙмәте;  

Автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау хеҙмәте  

һаҡ предприятиелары хеҙмәте;  

Алып килеү, курьер хеҙмәте.

 

  — Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан, муниципаль хеҙмәткәрҙәре, башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре;  
— Белем биреү ойошмаларының структуралы подразделениеһынан ситтә производство практикаһын үтеүсе һөнәри белем биреү һәм юғары һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыусы 18 йәштән өлкән граждандар.  

Был сара төбәктә яңы коронавируслы инфекция буйынса хәүефле эпидемиологик хәл килеп тыуыуыға бәйле индерелде.  Ҡарарға ярашлы, ойошма, ведомстволар етәкселәре үҙҙәренең коллективтарын вакциналауҙы ойошторорға тейеш.

Автор:Айбулат Ишназаров