+10 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь , 13:32

Күл төбөндә вертолет

Башҡортостандың етеҙ ҡотҡарыусылары һынатманы.

Күл төбөндә вертолет

Башҡортостандың бер төркөм ҡотҡарыусыһы Өфө янындағы күлдең төбөнән вертолетты сығарыуға өлгәште. Әлбиттә, аңлағаныһығыҙҙыр, һүҙ ҡотҡарыусыларҙың уҡыуҙары хаҡында бара.

Легендаға ярашлы, Жуков ауылынан йыраҡ булмаған күлгә вертолет ҡолап төшә. Ҡотҡарыусылар иң тәүҙә зыян күреүселәрҙе һыуҙан сығарып, беренсе ярҙам күрһәтә. Артабан операцияның иң хәүефле, мауыҡтырғыс өлөшөнә күсәләр.

Һыу төбөнә ысын вертолеттың үлсәмдәренә тап килгән макет төшөрөлгәйне. Ҡотҡарыусылар махсус понтон ҡулланды. Был ҡорамал эсенә һауа тултырыла һәм шуның һөҙөмтәһендә кәрәкле объект һыу өҫтөнә сыға. Етеҙ ҡотҡарыусыларҙың береһе лә һынатманы, барыһы ла ваҡытында һәм тейешенсә атҡарылды.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов