Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2021, 03:59

Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!

Тиҙҙән Салауат ҡалаһында "Минең бизнесым" үҙәгенең филиалы асыласаҡ. Уның урыны билдәле.

Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!
Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!
Яңы учреждение "Башҡортостандың көньяғы" - "Юг Башкортостана" бизнес үҙәге базаһында эшләйәсәк. Уның маҡсаты - эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү.
Беләһегеҙ, беҙҙә "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Бизнес үҙәктәре уның маҡсаттарына өлгәшеүгә ярҙам итә.
Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов белдереүенсә, "Минең бизнесым" филиалында ҡала һәм яҡын-тирә райондарҙағы эшҡыуарҙар үҙҙәренә кәрәкле һәм файҙалы консультация аласаҡ. Етәкселек урында бизнесмендарҙың күбәйеүенә лә өмөт итә.
 
Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
 
Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!
Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас