

Журналистика өлкәһендә бирелгән абруйлы премияға лайыҡ булдылар:
"Бәрәкәт" журналын ойоштороусы Даян Мәжитов - тәрбиә, ғаиләне нығытыу, һаҡлау, тел һәм мәҙәниәтте үҫтереү, хәйриәлек тураһындағы материалдары өсөн.
"Тамыр" телеканалы мөхәррире Татьяна Никитина - "преград.net", "ЭТНОкраса", "Гора Новостей" программалары өсөн.
"Башҡортостан" гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усманова - көньяҡ-көнсығыш райондарҙың социаль-иҡтисади үҫешен һүрәтләгән мәҡәләләре өсөн.
Фото: "Башинформ".