

“Эм эн Эмс” (“M&M’s”) шоколадтары 1941 йылда уйлап табылған. Уның “авторы” – “Марс” (“Mars”) компанияһының башлығының улы Форрест Марс. Ул “Hershey” компанияһы етәксеһенең улы Брюс Мюрри менән хеҙмәттәшлек иткән һәм кәнфиттәрҙе лә икеһенең хөрмәтенә – Марс һәм Мюрри, йәғни “M&M’s” тип атаған.
Был тәмлекәс витамин икенсе донъя һуғышында хәрби паек составына ингән. Сөнки глазурь менән ҡапланған кәнфиттәр эҫе лә лә иремәгән.
Һандар һәм факттар
Тәүҙә шоколадтарҙы картон ҡапҡа һалғандар. Шунан әле фирма ҡабына әүерелгән һоро ҡағыҙҙан яһалған пакет уйлап тапҡандар.
1976 – 1987 йылдарҙа шоколадты ҡыҙыл төҫкә буяу туҡтатылған. Сөнки Red No. 2 буяуы яман шеш булдыра, тигән һүҙ сыҡҡан. Аҙаҡ был буяуҙың канцероген булмауы асыҡланған.
1980 йылдарҙа “M&M’s”ты йыһанға ебәргәндәр. Тәүге “осоусы” шоколад ул.
2016 йылда компания кәнфиттәрҙең ҡайһыһы тәмлерәк булыуын билдәләү өсөн тауыш биреү ойошторған. “Coffee Nut” еңеп сыҡҡан. Ул арахис һәм ҡәһүә тәме бирә.
Фото: vk.com