Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2021, 21:20

Ҡайғылы хәбәр...

Билдәле яҙыусы, журналист Мансаф Ғиләжев арабыҙҙан китте. «Йәшлек» гәзите мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Ҡайғылы хәбәр...
Ҡайғылы хәбәр...

Мансаф Тажетдин улы Ғиләжев 1933 йылдың 17 майында Саҡмағош районының Иҫке Бәшир ауыл советына ҡараған Сәрмәсән йылғаһы буйындағы Яңы Йомран ауылында тыуған. Күрше Яңы Ҡалмаш ауылында тулы булмаған урта мәктәптә белем алғас, 1947 йылда Борай районының Салҡаҡ урта мәктәбенә уҡырға китә. Өлгөргәнлек аттестаты алғас, Алдар ауылында башланғыс мәктәптә мөдир булып эшләй. Өс йыл армия сафтарында хеҙмәт итә. Ҡырғыҙ далаларында осоусылар мәктәбендә уҡый. Офицер погондарын һалғас, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, һәм 1960 йылда тамамлай.

Сирек быуатҡа яҡын ғүмерен Башҡортостан телевидениеһында мөхәррир, өлкән мөхәррир, баш мөхәррир вазифаларын башҡарып үтә. 1984 йылда Мансаф Ғиләжевты Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкә күсерәләр. Унда дүрт йылға яҡын баш мөхәррир булып эшләй. Ул – 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: