Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октябрь 2021, 10:30

Тәүлек эсендә муттар 11 кешене алдаған

Биш кешене ялған "банк хеҙмәткәре" алдаһа, өс кеше Интернет аша тауар һатып алғанда аҡсаһынан яҙған, ике кеше Интернет аша аҡса эшләргә маташып һемәйгән, бер егетте "интим" менән алдаштырғандар...

Тәүлек эсендә муттар 11 кешене алдағанТәүлек эсендә муттар 11 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 11 кешене алдаған

Өфөлә йәшәүсе 27 йәшлек егет Интернет селтәрендә интим хеҙмәт күрһәтеү сайтына барып сыҡҡан. Ҡыуанып, ул заказ эшләгән. Әммә уға алдан "ҡыҙҙың юл хаҡы һәм программаһы өсөн" аҡса күсерергә ҡушҡандар. Егет күрһәтелгән иҫәпкә 18 мең һум аҡса күсергән. Шуның менән уның өсөн "интим" тамамланған. Асыуланған егет, мине алданылар, ҡыҙ ҙа, аҡса ла, этем дә, суртым да юҡ, тип полицияға ғариза яҙған.

Бөрйән районында йәшәгән 35 йәшлек иргә билдәһеҙ кеше шылтыратып, биржаға ставкалар яһап, аҡса эшләргә өгөтләргә керешкән. Уның татлы алдағына ышанған ир ярты миллионға яҡын аҡсаһын билдәһеҙ киви-муҡсаға күсергән. Артабан ни булғаны билдәле - шылтыратыусы кеше юғалған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас