Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Октябрь 2021, 17:25

«Терра Башҡортостан» бәйгеһенең еңеүсеһе кем?

Бөгөн Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромында хәтәр ярыш булды.

«Терра Башҡортостан» бәйгеһенең еңеүсеһе кем?«Терра Башҡортостан» бәйгеһенең еңеүсеһе кем?
«Терра Башҡортостан» бәйгеһенең еңеүсеһе кем?

«Аҡбуҙат» ипподромы көслө бал ҡорто күселәй гөжләй. Бәйгеселәр юртағын әҙерләй, фермерҙар ауыл хужалығы тауарын тәҡдим итә, көйәрмәндәр шау-гөр килә. «Терра Башҡортостан» турниры һәр ваҡыт юғары кимәлдә ойошторола. 

Был юлы бәйгене мәртәбәле ҡунаҡтар йәмләне. Мәҫәлән, Рәсәйҙең Юртаҡ аттарҙы үрсетеү берлеге идараһы рәйесе Николай Исаков махсус рәүештә финалды ҡарау өсөн килгән. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан оҙаҡламай илдең йылҡысылыҡты үҫтереү үҙәгенә әүереләсәк.

Ипподром фойеһын ауыл хужалығы йәрминкәһе биҙәй. Бәйгеселәрҙең райондарынан фермерҙар үҙ тауарын килтергән. Ҡырмыҫҡалы хужабикәләренең ҙур икмәге йәрминкәгә мәртәбә өҫтәне. Был икмәкте бешереү өсөн 45 килограмм он һәм 450 грамм тоҙ ҡулланылған.

Бәйге һәр этапта ла ҡыҙыу барҙы. Иң тәүҙә жокейҙар бер, һуңынан йәрәбә буйынса эләккән башҡа атта ярышты. Шулай итеп, быйылғы «Терра-Башҡортостан» турнирында беренсе урынды Әлшәй районынан Руслан Гәрәев яуланы. Ул ярты миллион һумлыҡ аҡсалата приз менән бүләкләнде. Икенсе-өсөнсө урындарҙы Кушнаренконан Илназ Гәрәев менән Дыуандан Илдар Нурғәлиев бүлеште.

Ойоштороусылар киләсәктә ат ярыштарын тотализатор менән үткәрергә ниәтләй. Һайлап алыу этаптары райондарҙа уҙғарылыуы ихтимал. Әле был мәсьәлә тәңгәлендә һөйләшеүҙәр алып барыла.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас