Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Октябрь 2021, 11:25

«Шәхси кабинет»тың өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләнеләр

Ошо көндәрҙә Росреестрҙың «Шәхси кабинет» порталы яңыртылды.  

«Шәхси кабинет»тың өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләнеләр«Шәхси кабинет»тың өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләнеләр
«Шәхси кабинет»тың өҫтөнлөктәре хаҡында һөйләнеләр

– Ергә һәм күсемһеҙ милеккә бәйле электрон хеҙмәттәр арттырылды. Хәҙер халыҡ ошонда кадастр иҫәбенә ҡуйыуға, хоҡуҡтарын теркәүгә, берҙәм иҫәп-хисап процедураһына, реестрҙан белешмә алыуға ғариза ҡалдыра ала. Үҙенең күсемһеҙ милек объектын контролләү һәм башҡа бушлай онлайн-сервистар менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә. Порталдың йөҙө үҙгәртелде, ул хәҙер барыһы өсөн дә аңлайышлы һәм ябай, – ти Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова.

Белгестең һүҙҙәренсә, Башҡортостанда күсемһеҙ милек объектын электрон рәүештә теркәү ихтыяжы йылдан-йыл арта. Һуңғы туғыҙ айҙа ғына идаралыҡҡа 231 778 мең электрон ғариза килгән, шуларҙың ҡырҡ проценты республикабыҙ буйынса филиалға. Әлбиттә, был ваҡытты экономиялай, сроктарҙы ҡыҫҡарта һәм финанс сығымдарҙы кәметә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас