

Сараны илдең ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Джамбулат Хатуов алып барҙы.
Төрлө төбәктең агросәнәғәт комплекстары етәкселәре ҡатмарлы климат факторҙарын еңеп сығыуҙың ысулдары тураһында һөйләне. Ҡайҙалыр ҡоролоҡ, ҡайҙалыр киреһенсә артыҡ дымлылыҡ.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Уның һүҙҙәренсә, республикабыҙҙың агросәнәғәт комплекстары һуңғы өс йылда яҡшы үҫешкән. «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылғы ҡоролоҡ күп предприятиеларҙы баҙарҙан сығырға мәжбүр итте. Шул уҡ ваҡытта яңы технологиялар, заманса техника ярҙамында ниндәйҙер уңыш ала алдыҡ, юғалтыуҙар һиҙелмәне. Иген культуралары 2,2 миллион тонна, был уҙған йылдағынан ике тапҡырға әҙерәк», - тине министр.
Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, республика етештереүселәре ошоноң кеүек тәбиғәт күренештәренә йыл да әҙер булырға кәрәклеген аңлай. Ошондай миҙгелдәрҙең тәжрибәһенә таянып, ҡоролоҡҡа бирешмәгән сорттар менән эшләү, ҡоролоҡҡа сыҙамлы культуралар майҙанын арттырыу кәрәк. Әлбиттә, мелиорацияны үҫтереү мөһим, айырыуса ферма яны сәсеү әйләнештәрендә. Ведомство башлығы күләмле инвестиция проекттары ярҙамында мотлаҡ мелиорация ойошторорға тәҡдим итте. Джамбулат Хатуов тиҙҙән ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе һөҙөмтәле үҙләштереү һәм мелиоратив комплексты үҫтереү буйынса дәүләт программаһы булдырылыуы тураһында белдерҙе.