

Уның һүҙҙәренсә, антитәнсәләрҙең булыу-булмауына һәм дәрәжәһенә ҡарамаҫтан, ярты йылдан һуң прививка яһатырға кәрәк.
Ул шулай уҡ районда был эштең дауам итеүен иҫкә төшөрҙө һәм вакциналау пунктарының эш ваҡытын баҫтырып сығарҙы. Шулай итеп, дүшәмбенән йомаға тиклем теләүселәр халыҡ ижады үҙәгендә һәм «БЛМЗ» йәмғиәте медпунктында прививка яһата алалар. Эш ваҡыты: 10.00 - 13.00 һәм 09.00-16:30 сәғәттәр. Көн һайын иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә ҡәҙәр үҙәк ҡала дауаханаһында прививка яһатырға мөмкин. Бының өсөн дауахананың 105-се кабинетына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Фәнис Әминев хәбәр итеүенсә, район предприятиеларында, ойошмаларында һәм учреждениеларында битлек тәртибе һәм биналарҙы санитар эшкәртеү дауам итә. Шундай уҡ ҡағиҙәләр дөйөм файҙаланыу урындарына ла ҡағыла.