Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Октябрь 2021, 10:33

Башҡортостан коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ҡаҙна аҡсаһын үҙләштереүе буйынса лидерҙар рәтендә

Рейтинг яңы проекттарҙы үрләтеү буйынса стратегик инициативалар агентлығы тарафынан төҙөлгән.

Башҡортостан коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ҡаҙна аҡсаһын үҙләштереүе буйынса лидерҙар рәтендәБашҡортостан коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ҡаҙна аҡсаһын үҙләштереүе буйынса лидерҙар рәтендә
Башҡортостан коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ҡаҙна аҡсаһын үҙләштереүе буйынса лидерҙар рәтендә

Рейтингтың лидерҙары булып ошо төбәктәр танылды: Ханты-Мансы автономиялы округы, Краснодар крайы, Ямал-Ненец автономиялы округы, Төмән өлкәһе, Башҡортостан, Хабаровск өлкәһе һәм Ненец автономиялы округы.

– Башҡортостан Хөкүмәте шәхси секторға төрлөсә финанс, мәғлүмәти ярҙам күрһәтеп, социаль өлкәгә әүҙем йәлеп итә. Социаль эшҡыуарлыҡ бик күп йәмәғәт һорауҙарын хәл итә. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн эш урындары булдырыла, махсуслаштырылған хеҙмәттәр күрһәтелә, мөһим тауарҙар етештерелә һ.б., – ти Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Башҡортостан был йәһәттән һәр ваҡыт лидерҙар рәтендә. 2019 йылда ғына ул 25-се урынға төшкәйне, киләһе йылда шунда уҡ бишенсе урынға күтәрелде. Бынан ике йыл элек илебеҙең 81 төбәгендә дәүләт ҡарамағында булмаған социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары социаль хеҙмәт күрһәтеүселәр реестрына индерелгәйне. 2020 йыл аҙағына өс төбәктә, шул иҫәптән беҙҙә бындай ойошмаларҙың нисбәте 70 проценттан ашып китте. 

Республикабыҙҙа 2013 йылда Социаль өлкә инновациялары үҙәге булдырылғандан һуң социаль йүнәлешле бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына системалы рәүештә ярҙам күрһәтелә килә. Үҙәктең төп бурыстары – социаль эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү, социаль проекттарҙы популярлаштырыу, власть һәм бизнес, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында диалог булдырыу. Бында эшҡыуарҙарға методик ярҙам күрһәтелә, проекттар төҙөшәләр, форум-семинарҙарға ебәрәләр.

Шулай уҡ беҙҙә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проектының «Эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу һәм уңайлы шарттар булдырыу» төбәк проектына ярашлы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына субсидия гранттар бирелә. Бөгөн республикабыҙҙың социаль эшҡыуарҙар реестрына 316 шәхси ойошма һәм 123 предприятие индерелгән. Был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынды биләйбеҙ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас