Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Октября 2021, 09:19

Юл фажиғәләре - 6 октябрь

Кисә Башҡортостан юлдарында туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, 15 кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 6 октябрьЮл фажиғәләре - 6 октябрь
Юл фажиғәләре - 6 октябрь

Көндөҙ Нуриман районында "ВАЗ-2115" машинаһы түңкәрелгән. Аварияла алты кеше яраланған: водитель, уның ҡатыны, әсәһе һәм өс балаһы (ике, туғыҙ, ун йәшлек ҡыҙҙар). Барыһы ла дауаханаға оҙатылған.

Билдәле булыуынса, 35 йәшлек ир "ВАЗ-2115" машинаһында тауҙан төшкәндә йөк машинаһын уҙырға маташып, юлдан осҡан.


Тәүлек эсендә ике меңдән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 20 иҫерек водитель тотолған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 6 октябрь
Юл фажиғәләре - 6 октябрь
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас