Юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттарынан 350 кеше 15 номинацияла һынау тотҡан.
Башҡорт дәүләт университеты базаһында көндөҙгө форматта булған конкурста 100-ҙән ашыу ҡатнашыусыны 35 эксперт баһалаған. 12 студент һайлап алыу турҙарын уңышлы үткән. Сиратта - Томск ҡалаһында үтәсәк Рәсәй этабы һынауҙары.
"Йыл студенты" милли премияһы 2014 йылдан алып ойошторола.Хәҙер ул "Мәғариф" милли проектын ғәмәлгә ашырыу сараларының береһенә инә.
Башҡортостан студенттары был конкурста әүҙем ҡатнаша.
Фото: БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.