

Туймазы районынның «Тимер-бетон изделиелары заводы» станцияһы янында ҡом тейәгән йөк поезының дүрт асыҡ вагоны рельстан сыҡҡан. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәгән. Әле ваҡиға урынына Бөгөлмә станцияһынан ремонт үткәреү поезы ебәрелгән.
Шулай уҡ ҡурҡыныс хәлдең сәбәптәрен Куйбышев тимер юлының Башҡортостан территориаль идаралығы начальнигы урынбаҫары етәкселегендә комиссия асыҡлаясаҡ.
Бынан тыш, РФ Тәфтиш комитетының транспорт өлкәһендә төбәк-ара тәфтиш идаралығы белгестәре, Волга буйы федераль округының транспорт прокуратураһы вәкилдәре килгән.