

Ауырғазы районы хакимиәте башлығы булып эшләгән Зөфәр Иҙрисов үҙ теләге менән вазифаһынан киткән.
Райсовет депутаттары сираттан тыш ултырышҡа йыйылып, уның ғаризаһын ҡараған һәм отставкаһын ҡабул иткән.
“Туған районым халҡы мәнфәғәтенә эшләү минең өсөн ҙур хөрмәт ине. Дөйөм тырышлыҡтар һәм республика ярҙамы менән һигеҙ йылда беҙ күп ыңғай һөҙөмтәгә ирештек һәм бөгөн Ауырғазы районы йылдам үҫә, республикала күп күрһәткес буйынса алда бара”, – тип яҙған экс-башлыҡ.
Әле конкурс иғлан ителгән һәм ваҡытлыса вазифаны Арыҫлан Шәһәретдинов башҡарып тора.
Бәлки, Зөфәр Иҙрисов Өфө хакимиәтенә күсер, тип фаразлайҙар.
Фото: vk.com