

Һүҙ быйыл Республика көнөн үткәреүгә әҙерлек һәм байрам итеү тураһында.
Байрам саралары әҙерләнә һәм раҫлана. Муниципалитеттарға урамдарҙы, майҙандарҙы байрамса һәм дәүләт символикаһын ҡулланып биҙәргә тәҡдим ителгән. Тантаналы саралар үткәргәндә санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Йәрминкәләр ойоштороу ҙа ҡарала.
Байрам өс көн: 9, 10 һәм 11 октябрь.
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүгә - 31 йыл.
Фото: vk.com