Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Октябрь 2021, 09:51

Коронавирус инфекцияһы буйынса статистика

Тәүлек эсендә коронавирус менән зарарланыусылар һаны 536 кешегә артҡан. Пандемия башланғандан алып ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбе 69 830 кешегә еткән.

Коронавирус инфекцияһы буйынса статистикаКоронавирус инфекцияһы буйынса статистика
Коронавирус инфекцияһы буйынса статистика

Әлеге ваҡытта 812 кеше дауаханала медицина ярҙамы ала. 

Шуларҙың 36-ы– ауыр хәлдә, 12 пациент үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған.

6 423 кеше өйҙә дауаланыу курсы үтә.

Тәүлек эсендә 671 кеше һауығып, дауахананан сыҡҡан.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус тағы 28 кешенең ғүмерен өҙгән.

Пандемия башланғандан алып республикала 1 760 үлем осрағы теркәлгән.

Дауахананан тыш пневмония менән тәүлек эсендә 177 кешенең ауырыуы асыҡланған, 233 кеше һауыҡҡан.

Башҡортостанға ковидҡа ҡаршы бөтәһе  1 864 308 доза вакцина алынған.

Вакцинаның беренсе компоненты менән 1 308 894 кеше прививкаланған, 1 199 640 кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән.  

Тәүлек эсендә бөтәһе 12 830 кеше вакцина эшләткән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас