Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Октябрь 2021, 10:10

Иғтибар: эҙләү!

Өфө ҡалаһында 61 йәшлек Мөхәмәҙина Венера Ғилметдин ҡыҙы юғалған. Өйөнән 4 октябрҙә сығып киткән. Медицина ярҙамына мохтаж. Уны күреүселәр булһа, ошо номерға шылтыратығыҙ:  89373577933 (Олеся).

Иғтибар: эҙләү!Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!

Баймаҡ ҡалаһында юғалған 42 йәшлек Хажиәхмәтов Рөстәм Ғәлимйән улы үле килеш табылған. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Өфө ҡалаһы дауаханаларының береһендә ауыр хәлдә ҡатын ята. Уны 4 октябрҙә М-7 трассаһының 1304-се саҡрымында иҫһеҙ килеш тапҡандар (машинанан тапалған).

Уға ҡарамаҡҡа 34-40 йәш. Буйы 165 см, ябыҡ кәүҙәле, күҙҙәре асыҡ йәшел төҫтә. Кейеме: күк төҫтәге куртка, ҡыҙыл блузка, ҡара итәк. Ауыр хәлдә ятҡан ҡатындың фотоһы юҡ.

Шулай ҙа был билдәһеҙ ҡатын кемгәлер таныш кеүек тойолһа, ошо номерға шылтыратығыҙ: 88007005452 (бушлай). Уның шәхесен асыҡлап, туғандарын эҙләйҙәр.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!
Иғтибар: эҙләү!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас