

Бишбүләк ауылында ике йәйәүлене тапаған егет полицияға килеп, үҙ ғәйебен танған.
Әлшәй районындағы аварияла дүрт кешенең һәләк булыуы тураһында кисә яҙғайныҡ.
Шулай уҡ иртән Өфө районында 85 йәшлек ирҙең тапалып үлеүе билдәле була. Водитель юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап китә. Видеокамера аша йәйәүленең үлемендә ғәйепле булған "Mercedes" йөк машинаһы водителен асыҡлап, уны Һамар өлкәһендә эҙләп табалар. Водитель йәйәүлене күрмәгәнен һөйләгән...
Тәүлек эсендә 1950-нән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 27 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.