Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Октября 2021, 10:17

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә

Полиция хеҙмәткәрҙәре кеше үлтереүсене алты йыл эҙләгәндәр һәм, ниһайәт, тапҡандар!

Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленәҠырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә

2015 йылдың май башында Өфөнөң Орджоникидзе районындағы А.Невский урамында ир-егеттәр һуғышып, һөҙөмтәлә 33 йәшлек ир һәләк була.

Асыҡланыуынса, ике йәш ир төнгө магазинда һатып алыусыларға бәйләнә. Һатып алыусылар был ике иҫерек ирҙән тайыу яғын ҡарай. Әммә агрессив ирҙәр уларҙы баҫтыра башлай һәм уларҙың береһе урамда осраҡлы тап булған 33 йәшлек иргә бәйләнеп, туҡмап, уны үлемесле яралай. Яраланған ир дауаханала йән бирә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыусының Инорс микрорайонында йәшәгән, элек хөкөм ителгән кеше булыуы ихтималлығын асыҡлаған. Был ир ҡасҡан. Уны эҙләү иғлан ителеп, күптән түгел 39 йәшлек енәйәтсенең Түбәнге Новгород өлкәһендәге монастырь янындағы кескәй йортта йәшәүе асыҡланған. Уны ҡулға алып, Өфөгә килтергәндәр. Ир үҙ ғәйебен танған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас