Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Октябрь 2021, 17:14

Ике йөҙ уҡытыусы 690 мең һум грант аласаҡ

Киләһе йылдан ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар һаны ике тапҡырға — 100-ҙән 200-гә тиклем арттырыла. Быйыл уның күләме 690 мең һумға барып баҫты.

Ике йөҙ уҡытыусы 690 мең һум грант аласаҡИке йөҙ уҡытыусы 690 мең һум грант аласаҡ
Ике йөҙ уҡытыусы 690 мең һум грант аласаҡ

Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы дәүләт наградалары менән бүләкләү һәм йәш уҡытыусыларға сертификаттар тапшырыу тантанаһында белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың июлендә республика етәксеһе йәш, перспективалы ауыл уҡытыусыларын дәртләндереү өсөн үҙенең указы менән 600 мең һум күләмендә грант булдырҙы. Грантҡа ауыл ерендә урынлашҡан мәктәптә ике йылдан ашыу эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итергә мөмкин (ундағы халыҡ һаны 10 000 кешенән артмаҫҡа тейеш).

2020 йылда гранттың суммаһы 690 мең һумға тиклем арттырылды.

Автор:
Читайте нас