

Өфө ҡалаһында юғалған Сәлихов Заһит Марс улы имен-һау табылған.
Благоварҙа юғалған 55 йәшлек Әмирханов Рим Фәнил улын эҙләү дауам итә.
Һүрәттәге исемһеҙ ирҙең туғандарын эҙләйҙәр - ул үҙенең кемлеген әйтә алмай. Әгәр ирҙе таныһағыҙ, ошо номер буйынса шылтыратығыҙ: 88007005452 (бушлай).
Златоуст ҡалаһында 3 октябрҙә юғалған 72 йәшлек Афанасьев Борис Александровичтың беҙҙең республикаға килеп сығыуы мөмкин. Билдәләре: буйы 170 см, уртаса кәүҙәле, ялтас башлы, йәшел күҙле. Көрән курткала, ҡара спорт салбарында, ҡара калушта, ҡара башлыҡта сығып киткән. Тел.: 8-800-700-54-52 (бушлай).
28 сентябрҙә Каменск-Уральск ҡалаһында юғалған 36 йәшлек Резвых Александр Ивановичтың да Башҡортостанға килеп сығыуы ихтимал. Уны күреүселәр булһа, ошо номерға шылтыратһындар: 89022749500
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.