

Бөгөн төндә Өфө-Дим метеостанцияһы хеҙмәткәрҙәре һалҡынлыҡ буйынса булыу рекорды ҡуйылыуын хәбәр итте. Быға тиклем бындай күренеш 83 йыл элек булған. Бөгөн метеостанцияла термометр бағанаһы 6,7 градус һалҡын күрһәткән, ә 1983 йылдың был көнөндә һауа температураһы 4,5 градус һалҡын булған.
Республика буйынса иһә һауа температураһының 12 градусҡаса һалҡынайтыуы күҙәтелгән. Мәҫәлән, Балаҡатай районының Ямаш ауылында үткән төндә ныҡ һалҡынайтҡан.
Фото: Т. Аманов