Быйыл 25 команда ҡатнашҡан. Беҙҙең республика намыҫын Өфө урман-техник техникумы командаһы яҡланы. Студенттарыбыҙ Дим Баймөхәмәтов, Сергей Семенов, Регина Сабитова (етәкселәре - Константин Оленев) "Урман янғынын һүндереү имитацияһы" этабында икенсе урын яуланы. Ярыштар биш этаптан тора.
"Урман күпалышы - 2021" ярышында ҡуйылған маҡсаттар "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты маҡсаттары менән тулыһынса тап килә.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.