

Башҡортостан делегацияһы 35 кешенән тора. Улар төрлө осрашыуҙа, фекер алышыуҙа, эшлекле сарала ҡатнашасаҡ.
Күргәҙмәгә башҡорт балы, ит һәм тәмлекәстәр, ҡаҙ, колбасалар ҡуйылған. Алкоголле продукция ла бар.
Былтыр “Алтын көҙ” онлайн форматта уҙғайны. Әле был сара эпидемиологик талаптарҙы ҡәтғи үтәп ойошторолған.
Әйткәндәй, был күргәҙмәлә беҙ гел уңышлы сығыш яһайбыҙ. Мәҫәлән, 2019 йылғыһында 171 миҙал алдыҡ, шуларҙың 95-е алтын ине. Хөкүмәтебеҙ Гран-приға лайыҡ булды. Унан алда ла гран-при менән ҡайтҡайныҡ.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.