Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Октябрь 2021, 12:00

«Барыһына ла иғтибар!»

Иртәгә илдең бөтә төбәгендә лә халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшереләсәк.

«Барыһына ла иғтибар!»«Барыһына ла иғтибар!»
«Барыһына ла иғтибар!»

Башҡортостанда “Бөтәгеҙгә лә иғтибар!” сигналы урындағы ваҡыт буйынса 10.40 сәғәттә яңғыраясаҡ. Был ваҡытта электр сиреналары һәм тауышты көсәйткестәр көслө тауыш бирәсәк.

Бынан тыш ошо ваҡыт арауығында “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24”, “Беренсе канал”, “БЮТ”, “Спутник ФМ”, “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” теле һәм радиоканалдарҙа бер минут самаһы телдән хәбәр тапшырыласаҡ.

“Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ил халҡына мөрәжәғәт итә һәм тыныслыҡ һаҡлауҙы һорай. Тауыш сигналдары биреү һәм телеэфирҙы алмаштырыу планға ярашлы башҡарылған ғәмәл”, – тип хәбәр итә министрлыҡ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас