

4-нән 14 октябргә тиклем республикабыҙҙың хәтәр шәп баҫмаһы – «Йәшлек» гәзитенә отошло хаҡҡа яҙылып ҡалырға мөмкин! Хаҡтар ғәҙәти подписка хаҡынан (алты айға – 883 һум 62 тин) әҙерәккә тура килә.
Декада ваҡытында гәзитебеҙгә ярты йылға 764 һум 82 тингә яҙылырға мөмкин.Форсаттан файҙаланып, уҡыусыларыбыҙға тағы бер мәртәбә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һеҙ ҡатмарлы 2020 йылда ла беҙҙең менән бергә булдығыҙ, был йылдың тәүге алты айына ла бик әүҙем яҙылдығыҙ.
Әйткәндәй, шәп бүләктәр алына башланы. Тимәк, отошта ҡатнашырға әҙерләнә тороғоҙ.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!