

Кисәнән бирле бөтә донъя буйынса тиерлек «Facebook» сервистарында техник өҙөклөк күҙәтелә. Барыбыҙ ҙа иң йыш ҡулланған «Вәтшәп»кә (WhatsApp) һәм Инстаграмға (Instagram) инерлек түгел. Был хаҡта барлыҡ рәсми сайттар ҙа хәбәр итә. Бының сәбәбе ниҙә? Американдар интернетты «һүндергәнме» ни?
"Күптәр ҡушымталарыбыҙ һәм продукттарыбыҙ менән файҙалана алмай. Был хаҡта беҙгә мәғлүм. Барыһын да тиҙ арала йүнәтергә тырышырбыҙ, килеп тыуған уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ", - тип белдерә «Facebook» хужалары.
Быны интернеттан бер аҙ ял итеп алыу мөмкинлеге тип баһаларға мөмкин, шулаймы? Әллә һеҙ ысынлап та ҡыйынлыҡтар кисерәһегеҙме?