Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Октябрь 2021, 05:48

Көҙ уртаһында еләк өлгөргән!

Ышанаһығыҙмы, юҡмы? Был видеояҙма Өфө янында төшөрөлгән.

Көҙ уртаһында еләк өлгөргән!Көҙ уртаһында еләк өлгөргән!
Көҙ уртаһында еләк өлгөргән!

Өфө эргәһендә Башҡортостан сәскәләре ауылы халҡы мөғжизәле хәлгә шаһит булған. Бында Ҡәйүмовтарҙың баҡсаһында еләк бешкән.

«Еләк бер нимә менән дә ябылмаған. Шуныһы ҡыҙыҡ, был еләккә йөҙ йыл. Йыл һайын һәйбәт уңыш бирә. Көҙ уртаһында беҙҙе тәмле емеше менән ҡыуандырыр тип көтмәгәйнек», — тип белдерә Әлиә Ишембаева.

Шул уҡ ваҡытта тәжрибәле баҡсасылар быны мөғжизәгә һанамай. Яҡшы сортлы еләк сентябрь аҙағына тиклем емеш бирергә мөмкин, ти. Мәҫәлән, Новосибирск ҡалаһында йәшәгән ҡатын бер йылда өс тапҡыр уңыш алған.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас