

Яңыраҡ Гөлназ Асаева социаль селтәрҙәге дуҫтарына, Вилли (Вил Шәмсетдинов) менән нисек осраша башлауҙары хаҡында һөйләне. Барыһы ла Виллиның концертҡа барыуынан башлана. Һуңынан – уға студияға барырға йыйыныуы хаҡында тауышлы (голосовое сообщение) ебәрә хәбәр. Тик бына Элвин Грей менән Виллиның тауышы шул хәтлем оҡшаш була, Гөлназ буласаҡ ирен Радик менән бутай.
– Шул кис әлегеләй хәтерҙә, Вил миңә ватсапта (тауыш хәбәре) яҙғайны. Ниңә Радик икенсе номерҙан яҙа икән, тип уйланым. Етмәһә, дуҫлыҡ тәҡдим иткән кеүек яҙа. Шулай уҡ бер мәл, төнгө сәғәт берҙә, Вил миңә: “Студияға кил, беҙ Өфөгә трек яҙҙырырға юлландыҡ”, –тип тә яҙып һалғайны. Эй асыуым килде. Нимәгә мин уның менән осрашыуға барырға тейеш әле? Һин мине бер кем менән дә бутамайһыңмы, тип яуап яҙҙым да ятып йоҡланым.
Шуға ҡармаҫтан, Вил барыбер маҡсатына ирешә. Улар осраша башлай һәм, Гөлназдың һүҙҙәренсә, “өсөнсө йыл мөхәббәт” уйынын уйнайҙар. Йырсы социаль селтәрҙәге дуҫтарына Вилли менән дуҫлашыуҙарына әсәһенең ниндәй ҡарашта булғаны хаҡында яҙасағын да хәбәр итте.
Фото: Т. Аманов