Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Октябрь 2021, 09:30

Бер аварияла дүрт кеше һәләк булған...

Авария төш мәлендә Әлшәй районында, Раевка-Ташлы автоюлының етенсе саҡрымында, теркәлгән.

Бер аварияла дүрт кеше һәләк булған...Бер аварияла дүрт кеше һәләк булған...
Бер аварияла дүрт кеше һәләк булған...

40 йәшлек ир идара иткән "ВАЗ-2114" менән 63 йәшлек ир идара иткән "Renault Logan" машиналары бәрелешкән.

Аварияла ВАЗ-дың водителе менән уның 48 йәшлек пассажиры үлемесле яраланып, "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән.

Шулай уҡ "Renault"ның ике пассажиры - 79 һәм 68 йәшлек ике ҡатын да һәләк булған. Барыһының да яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында тикшереү эше бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Бер аварияла дүрт кеше һәләк булған...
Бер аварияла дүрт кеше һәләк булған...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас