Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октябрь 2021, 11:03

Зарарланыусылар һаны кәмемәй

Тәүлек эсендә яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны 482 кешегә артҡан.

.Шулай итеп,  пандемия башланғандан алып ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбе 68309 кешегә еткән. Әлеге ваҡытта 821 кеше дауаханала медицина ярҙамы ала. Шуларҙың 41-е– ауыр хәлдә, 17 пациент үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. 6406 кеше өйҙә дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә 248 кеше һауығып, дауахананан сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус тағы 23 кешенең ғүмерен өҙгән. Пандемия башланғандан алып республикала 1683 үлем осрағы теркәлгән. Дауахананан тыш пневмония менән тәүлек эсендә 159 кешенең ауырыуы асыҡланған, 134 кеше һауыҡҡан.

Башҡортостанға ковидҡа ҡаршы бөтәһе  1855308 доза вакцина алынған. Вакцинаның беренсе компоненты менән 1297983 кеше прививкаланған,1191493 кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән.  Тәүлек эсендә бөтәһе 3616 кеше вакцина эшләткән.

Зараланыусылар һаны кәмемәй
Зараланыусылар һаны кәмемәй
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас