Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октябрь 2021, 14:31

Юл фажиғәләре - 2 октябрь

Кисә республика юлдарында ете автоавария теркәлгән, туғыҙ кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 2 октябрьЮл фажиғәләре - 2 октябрь
Юл фажиғәләре - 2 октябрь

Иртән Салауат ҡалаһында 25 йәшлек ҡыҙ "Mitsubishi Lancer" машинаһында юлдан осоп төшөп, бағанаға бәрелгән. Водитель яраланып, дауаханаға эләккән.

Тәүлек эсендә 1900-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 59 иҫерек водитель тотолған.

Бөгөн таңда Бишбүләк ауылында билдәһеҙ водитель "Лада Приора" машинаһында ике йәйәүлене тапап, түңкәрелгән. 40-45 йәштәр тирәһендәге ирҙәр "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән биргән. Водитель юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап ҡасҡан. Уны эҙләйҙәр.

Һәләк булған ирҙәрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 2 октябрь
Юл фажиғәләре - 2 октябрь
Юл фажиғәләре - 2 октябрь
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас