-8 °С
Ҡар
Икеһендә лә Өфөнөң 2-се Стоматология поликлиникаһы мөдире Гүзәлиә Вәлиева ярҙам күрһәтә. Был хәл 2 октябрҙә Төркиәнән Рәсәйгә осҡан самолётта була. Билдәле булыуынса, кескәй пассажирға Анталия аэропортынан осҡас ҡыйын була, баланың өйәнәге тота, аңын юғалта. Бәхеткә күрә, бортта табип була. Гүзәлиә Вәлиева сабыйҙың йөрәгенә тура булмаған массаж эшләй һәм тын алдырып ебәрә. Бер аҙҙан хәл йәнә ҡабатлана. Лайнерға Ростовта мәжбүри рәүештә төшөргә тура килә, бында баланы реанимобиль ҡаршы ала. Ҡыҙ баланы дауаханаға алып баралар. Әле уның һаулығына бер нәмә лә янамай.
Фото: Т. Аманов