Әле свайҙар ҡағылды, 5 октябрҙә модулле конструкцияны монтажлай башлайҙар.
Әлеге фельдшер-акушер пункты өс ауылды хеҙмәтләндерә: Үрге Сәлим, Балапан һәм Суртан-үҙәк. Уларҙа бөтәһе 300-ләп кеше йәшәп, шул иҫәптән 55 бала.
«Үрге Сәлим ауылында яңы ФАП төҙөү ихтыяжы күптән барлыҡҡа килде. Табип үҙенең пациенттарына мөмкин тиклем яҡыныраҡ булырға тейеш. Район дауаханаһына тиклем ара - 60 км, ә Матрай ауылындағы амбулаторияға ҡәҙәр ете километрҙан ашыу”, – тип һөйләй Йылайыр район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов.
Уның әйтеүенсә, яңы фельдшер-акушер пунктын кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә кәрәкле медикаменттар һәм ҡорамалдар менән тәьмин итәсәктәр. Унда фельдшер Гөлнара Бикбулатова менән участка табибы Флүрә Дмитриевалар эшләйәсәк.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.