Омск ҡалаһында госпиталь емерелгәндә ике аяғын юғалтҡан Рөстәм Нәбиев бер йыл элек Эльбрустың иң бейек түбәһенә ике ҡулы ярҙамында күтәрелеп, бар донъяны таң ҡалдырғайны. Быйыл ул бынан ике тапҡыр бейегерәк үргә, Непалдағы Гималай тауҙарына күтәрелергә йөрьәт итте. Һәм һынатманы.
Кисә яҡташыбыҙ үҙе маҡсат итеп ҡуйған Манаслу тауына менеп еткән, был – Эвересттан ҡала килә донъяла иң билдәле тау, бейеклеге буйынса һигеҙенсе урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта бик хәүефле тау, быға тиклем унда күтәрелгән кешеләрҙең 17 проценты һәләк була.
«Был тау – үлем биләмәһе, бында теләгән һәр кем менә алмай. Кеше мөмкинлектәре сигендә тырышырға тура килә. Ә минең осраҡта былар икегә ҡабатлана. Бәләкәй генә еңеүем миллиондарса кешегә өлгө булһын. Бер ваҡытта ла бирешмәгеҙ, тырышлыҡ менән барыһын да яуларға мөмкин. Мин артабан да үҙем өсөн генә түгел, һеҙҙең өсөн дә үрҙәр яулауымды дауам итәсәкмен. Ошоноң мөһимлеген аңланым».