

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, тәүлек эсендә яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны 496 кешегә артҡан. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбе 67827 кешегә еткән. Әлеге ваҡытта 786 кеше дауаханала медицина ярҙамы ала. Шуларҙың 41-е– ауыр хәлдә, 17 пациент үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. 6230 кеше өйҙә дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә 502 кеше һауығып, дауаханан сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус тағы 23 кешенең ғүмерен өҙгән. Пандемия башланғандан алып республикала 1660 үлем осрағы теркәлгән. Дауахананан тыш пневмония менән тәүлек эсендә 179 кешенең ауырыуы асыҡланған, 141 кеше һауыҡҡан. Башҡортостанға ковидҡа ҡаршы бөтәһе 1855308 доза вакцина алынған. Вакцинаның беренсе компоненты менән 1296132 кеше прививкаланған, 1189728 кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән. Тәүлек эсендә бөтәһе 12333 кеше вакцина эшләткән.