

Яңы сикләүҙәр индереү ысынлап кәрәктер, сөнки һуңғы ваҡытта кеше ялҡты һәм сиргә артыҡ иғтибар итмәй башланы. Аралышыуҙар ҙа күбәйҙе. Гелән өйҙә генә ултырып булмай бит инде, концерттарға, театрҙарға, осрашыуҙарға баралар. Һайлауҙарға бәйле кандидаттар менән осрашыуҙар ойошторолдо. Өҫтәүенә, беҙҙең халыҡ эҙемтәһен уйламай аяттарға, ҡунаҡҡа йөрөргә ярата. Һөҙөмтәлә, ауырыу ныҡ таралып китте. Мин үҙем йөрөргә тырышмайым. Хатта яҡын туғандарым саҡырһа ла бер нисә туйҙан баш тартырға тура килде.
Икенсенән, кемдәргәлер йөрөмәй ҙә булмай. Эш кешеһе эшкә барырға тейеш. Шунлыҡтан яңы ҡабул ителгән сикләүҙәргә мин ыңғай ҡарайым. Ул халыҡтың, шул иҫәптән беҙҙең һаулыҡты ҡайғыртыу тип ҡабул итәм.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.