Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Октябрь 2021, 16:00

Тағы ике ковид-госпиталь төҙөлөүе ихтимал

Башҡортостандың көнбайышында һәм Урал аръяғында ике яңы инфекция госпитале төҙөлөү мөмкинлеге ҡарала.

Тағы ике ковид-госпиталь төҙөлөүе ихтималТағы ике ковид-госпиталь төҙөлөүе ихтимал
Тағы ике ковид-госпиталь төҙөлөүе ихтимал

   Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 1 октябрҙә Учалы халҡы менән осрашыуҙа һөйләне. 

«Бөгөн беҙ яңы антирекорд теркәнек,   452  коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осрағы теркәлде.  Беҙҙең ковид-госпиталдәр пациенттар менән тулы, шунлыҡтан тағы ике инфекция дауаханаһы төҙөү мәсьәләһен ҡарайбыҙ.   Улар дауаханаларҙы планлы дауалауға бушатырға ярҙам итәсәк», — тине  министр.

Вице-премьер ҡаты пандемия шарттарында республика яңы сикләү саралары ҡабул итергә мәжбүр булыуын билдәләне. Атап әйткәндә, диспансерлаштырыу һәм планға ярашлы госпиталләштереү туҡтатылды.

Әлеге ваҡытта республикала  ике яңы инфекция госпитале эшләй. Улар пандемия башланған ваҡытта, бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлдө.   

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас