

Бер нисә көн инде табиптар саң ҡаға – республикала коронавирустан вакциналау темптары төштө, кешеләр ныҡ ауырый, айырыуса прививка эшләтмәгәндәр. Ошо ҡыҫҡа ғына видеола “ҡыҙыл зона”ла беҙҙең табиптарҙың ысын батырлығын ҡарарға тәҡдим итәм. Кем ауырыған һәм ыҙалай-ыҙалай үҙ тормошо өсөн көрәшә – ҡарап фәһем алырға мөмкин. Беҙ уларға ярҙам итергә тырышабыҙ. Әммә күптәрен юғалтабыҙ. Үҙ күҙҙәрем күреп, реанимацияла һәм ИВЛ-да бер генә вакцина эшләткән кешенең дә булмауына инандым. Шулай итеп:
1 октябргә беҙ Башҡортостан халҡының 80 процентына вакцина эшләргә тейеш инек, ә ысынында 50 проценттан ашыуы ғына прививка яһатҡан. План – ул һандар ғына түгел, ә аныҡ математик иҫәп. Билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеп кенә коллектив иммунитет булдыра һәм нормаль йәшәү рәүешенә ҡайта алабыҙ.
Республикала коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло, әммә әле ҡулланылмаған саралар күрергә кәрәк. Быны илдәге һәм донъялағы дөйөм хәл талап итә. Ковидҡа ҡаршы штабта беҙ бер нисә ҡарар ҡабул иттек. Ҡайһы бер ойошмаларға ике документтың берәүһе генә булғанда инергә мөмкин: вакцина үтеү тураһында сертификат йәки 6 ай эсендә короновирус менән ауырыу тураһында белешмә.
Был сикләүҙәр түбәндәге этаптар буйынса индерелә:
Беҙ үҙенең һаулығы тураһында ҡайғыртыусыларға хәүефһеҙ шарттар булдырырға, ололарыбыҙҙы һаҡларға тейешбеҙ.