Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Октябрь 2021, 04:05

Етәкселек пенсионерҙарҙы онотмай

Властар 2022 һәм 2023 – 2024 йылдарҙа рәсәйҙәрҙең пенсияһын арттырыуҙы дауам итәсәк. Был турала иҡтисад буйынса кәңәшмәлә Президент Владимир Путин үҙе белдерҙе.

Етәкселек пенсионерҙарҙы онотмайЕтәкселек пенсионерҙарҙы онотмай
Етәкселек пенсионерҙарҙы онотмай

Индексация өсөн бюджетҡа аҡса һалынған. Бынан тыш, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен дә аҡса менән тәьмин итеүҙе арттырыу буйынса ҡарар ҡабул ителгән.

Әйткәндәй, эшләмәгән пенсионерҙарҙың уртаса пенсияһы 2022 йылда — 18 521, 2023 йылда — 19 477, 2024 йылда 20 469 һум буласаҡ.

Тик ҡарттар кәмей...

Беҙҙең республикала хаҡлы ялдағыларҙың һаны 1,192 миллиондан 1,159 миллионға тиклем кәмегән.

 

Фото: Т. Аманов.

Етәкселек пенсионерҙарҙы онотмай
Етәкселек пенсионерҙарҙы онотмай
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас