Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентябрь 2021, 17:58

Яҡындары уны мәрхүм булған тип уйлай...

Төркмәнстанда 30 йыл буйы ҡоллоҡта булған яҡташыбыҙ Башҡортостанға ҡайтты.

Яҡындары уны мәрхүм булған тип уйлай...Яҡындары уны мәрхүм булған тип уйлай...
Яҡындары уны мәрхүм булған тип уйлай...

Гөлбинә Ғилуанованың яҙмышы үтә ауыр. Хатта ул тарыған хәлдәргә ышанырлыҡ та түгел. Туҡһанынсы йылдар тирәһендә яңы ун туғыҙы тулған ҡыҙ йәшлек мөхәббәтенең тыуған иленә, Төркмәнстанға юллана. Әммә унда барыу менән ул тормош иптәшенең ҡолона әйләнә. Чарджоу өлкәһе Дарған-Атын районының Лебап ауылында Гөлбинә ханым тиҫтәләрсә ғаиләгә ялланып эшләй, ә тапҡан бар табышын ғаилә башлығы үҙенә ала. Ул тәүге осорҙа туғандарына хаттар ебәреп торһа, ә бер-ике йылдан һуң бәйләнеш бөтөнләйгә өҙөлә. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул яҡындарына матур тормош хаҡындағы хаттарҙы тиран иренең баҫымы аҫтында яҙған. 

Шуға ҡарамаҫтан, яҡташыбыҙ тыуған яғына ҡайтыу өмөтөн өҙмәй. Бер-ике йыл элек Гөлбинәнең тарихын Төркмәнстанда йәшәгән бер ҡатын ишетеп ҡала һәм социаль селтәрҙә туғандарын эҙләп табып, уларға хәбәр итә. Яҡындары барлыҡ инстанцияларға мөрәжәғәт итә, әммә һөҙөмтә оҙаҡ көттөрә. Республика етәксеһенәнән ярҙам һорағандан һуң ғына мәсьәлә яйлап хәл ителә башлай. Радий Хәбиров РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавровҡа документтар юллауҙа булышлыҡ итеүҙе һорай.

Бөгөн утыҙ йыл үткәс, Гөлбинә Ғилуанова тыуған яғына, Өфө аэропортына килеп төштө. Уны бер туған Рәшиҙә апаһы ҡаршы алды. Гөлбинә ханым иртәгә үк яңы документтар юлларға йүнәләсәк. Һәм яңы тормош башлаясаҡ...

 

Рәшиҙә апаһы менән төшкән һуңғы фотоһы.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас