Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентябрь 2021, 17:56

Яңы тыуған сабыйҙар ҙа ковид менән ауырый

Коронавирус инфекцияһы менән яңы тыуған 13 бала зарарланған.

Яңы тыуған сабыйҙар ҙа ковид менән ауырыйЯңы тыуған сабыйҙар ҙа ковид менән ауырый
Яңы тыуған сабыйҙар ҙа ковид менән ауырый

23 августа 17-се Өфө  дауаханаһы базаһында яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы кескәй пациенттар өсөн инфекция бүлеге асылды.    Медицина учреждениеһының баш табибы Нурсилә Әбсәләмова әйтеүенсә,  бүлек эшләй башлағандан алып унда ковид менән сирләүсе 30 бала ҡабул ителгән.  Шуларҙың 11—е икенсе дауаханаларҙан, 19-ы поликлиникаларҙан килгән. 

Медицина учреждениеһының инфекция бүлегендә 11 видеокамера ҡуйылған, туғыҙы – палаталарҙа, икәүһе – коридорҙа.  Ата-әсәләр менән видеобәйленеш аша балаларҙың хәле тураһында һөйләшеү алып барыла.   

Бөгөн 17-се дауахананың инфекция бүлегенән 17 пациентты сығарғандар: икәүһе амбулатор дауалауға күмсерелгән, 15-е ПЦР анализының кире һөҙөмтәһе алынғас, икенсе бүлеккә күсерелгән.  

 БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн   коронавирус инфекцияһы менән яңы тыуған 13 бала зарарланған. 125 үҫмер ковид-госпиталдәрҙә дауаланыу   үтә, 1208  бала ковидҡа шик менән табиптар күҙәтеүе аҫтына алынған.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас